114. ЮСУПОВА АЛЬБИНА РАИЛЕВНА: «МОЯ СУДЬБА», СЕЛО СОСНОВКА, РЕСПУБЛИКА БАШКОРТАСТАН

Минең яҙмышым

   Донъяға тәүге ауаз һалып, кескәй генә бала тыуҙы.Ул шундай көсһөҙ ине. Кемдер уны йылы, йомшаҡ  ҡулдарына алып, күкрәгенә ҡыҫты, уға йылмайып наҙлап ҡараны. Ул ҡараш шундай яҡты һәм йылы ине. Бала уны күктәге ҡояшҡа тиңләне. Был әсә кеше ине.  Ә кемдер уны һалҡын елдәрҙән, ҡара болоттарҙан ҡурсалап тороуын тойҙо. Был баланың атаһы ине. Бала уны айға тиңләне.Уның өсөн ай менән ҡояш берҙәй кәрәк ине.Улар уның өсөн генә яҡтыртып, йылытып торорҙар кеүек тойолдо.Ләкин бер көндө ай менән ҡояш берсә һүнделәр. Тирә яҡты ҡара болот ҡапланы, баланың күңелен һалҡынлыҡ сорнап алды. Ул нимә эшләргә лә белмәне…

..Кеше күп ине. Бала улар араһынан атаһын , әсәһен эҙләне, илап саҡырып ҡараһа ла, яуап биреүсе булманы…

Был бала мин инем.Миңә ни бары дүрт кенә йәш тулғайны. Беҙҙең ғаиләгә ябырылған йәшел йыландың шәүләһе айҙы ла, ҡояшты ла ҡапланы.Беҙ, ике ағайым һәм мин ата –әсә наҙынан мәхрүм ҡалдыҡ.Әсәйемде ерләнеләр,атайымды холоҡ төҙәтеү урынына алып киттеләр. Ике ағайымды ауылда атайымдың апайы үҙенә алды,ә мине әсәйемә ағай тейешле кешеләр үҙҙәренә алып киттеләр. Кисә генә бар ғаилә, таң атыуға юҡҡа сыҡты.

Минең артабанғы тормошом Сосновка ауылында Шамил һәм Рима Йосоповтар ғаиләһендә дауам итте. Улар мине беренсе көндән үк үҙ балаларындай ҡабул иттеләр.Минең икенсе әсәйем үҙенең өс балаһынан ҡалған күңел йылыһын минән дә йәлләмәне.Ул минең күңел яраларымды иркәләп, наҙлап дауаланы.Үҙ ҡосағында миңә әкиәттәр һөйләп, йырлап йоҡлатты. Иртән иркәләп уятты, сәстәремде матур итеп үреп,балалар баҡсаһына алып бара ине. Ә һуңынан тәү башлап беренсе класҡа уҡырға бирҙеләр.Әсәйем һөнәре буйынса педагог,шуға ла балалар күңелен аңлауы ауыр булмағандыр уға, тип уйлайым мин.Ул сабыр холоҡло, бер ҡасан да тауыш күтәреп ҡысҡырмай, тыныс ҡына аңлата.Дәрестәремде лә әҙерләргә ярҙам итә һәм уҡыуҙа өлгәшеүемде күҙәтеп бара.Минең бәләкәй генә уңыштарыма ла ихлас шатлана. Әсәйем мине үҙе белгән бар эштәргә лә өйрәтә.Ҡул эштәре булһынмы, аш- һыу әҙерләүме, баҡса үҫтереүме кеүек бөтә эш серҙәрен төшөндөрә. Бар яҡтан да мин әсәйемә оҡшарға тырышам.

Хәҙер хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әсәйем йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша.Ул   хеҙмәт ветераны, ауылда ағинәйҙәр ҡороноң етәксеһе лә. Беҙ уны яратабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ.

Ә атайым Шамил Шафиҡ улы колхозда иретеп йәбештереүсе, комсомол ойошмаһының етәксеһе, ферма мөдире лә, бригадир ҙа, туғыҙ йыл буйы профсоюздар етәксеһе лә булып эшләгән колхоз тарҡалғанға тиклем.Хәҙер улар шәхси хужалыҡтарында күпләп мал урсетәләр, баҡсала ниндәй генә йәшелсә,емеш-еләк һәм сәскәләр үҫтермәйҙәр. Уларға ҡарап мин дә эшкә ылығам, күп нәмәгә өйрәнәм.

Атайым менән әсәйем үҙҙәренә алмашҡа лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың барыһы ла юғары белемлеләр. Элиза апайым ғаиләһе менән Белорет ҡалаһында йәшәй, Белорет ҡала муниципаль учреждениеһында эшләй. Айгиз ағайым да ғаиләһе менән Белоретта йәшәй, полиция хеҙмәткәре. Айваз ағайым да быйыл ғаилә ҡорҙо.Беҙҙең ғаилә бик татыу һәм берҙәм.Барлыҡ эштәрҙе лә бергә башҡарабыҙ, күңелле итеп ял да итәбеҙ.

Бер йыл элек беҙҙең ғаиләгә тағы ла ата- әсәһеҙ тороп ҡалған Рәсих һәм Исмәғил исемле малайҙар өҫтәлде. Хәҙер Рәсих Белорет металлугтар колледжында икенсе курста, Исмәғил етенсе класта, мин туғыҙынсы класта уҡыйым.Үҫкәс мин балалар табибы булырға хыялланам, сөнки бар балаларҙың да һау-сәләмәт, бәхетле, атай — әсәйле булып үҫеүҙәрен  теләйем. Алдағы тормошомдо мин ата- әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек, матур һәм намыҫлы итеп үтермен.

Моя судьба.

На свет родился маленький ребенок и закричал. Он был такой бессильный, кто-то взял его в теплые мягкие руки, обнял и нежно улыбаясь, посмотрел на него. Этот взгляд был такой светлый и теплый. Малыш сравнил его с Солнцем на небе. Этот человек была мама. А кто-то хотел защитить его от холодных ветров и черных туч. Это был отец ребенка. Малыш его сравнил с Луной. Ему и Солнце и Луна нужны были вместе. Ему казалось, что они должны светить и греть только для него. Но однажды Луна и Солнце погасли. Вокруг нависли черные тучи, и душу ребенка окутал холод. Он не знал, что делать.

Было много людей. Ребенок среди них искал маму и папу, плакал и звал их, но никто не отвечал.

Этот ребенок была я… Мне исполнилось 4 года. Зеленый змей, который обрушился на нашу семью своей тенью, накрыл Луну и Солнце. Мы, два брата и я остались без ласки родителей. Маму похоронили, а отца увезли в исправительную колонию. Двух братьев забрала сестра отца в деревню, а меня увезли люди, которые назвались братьями мамы. Семья, которая вчера существовала, исчезла к рассвету.

Моя дальнейшая судьба была продолжена в деревне Сосновка. Они с первых дней приняли меня как своего ребенка. Моя вторая мама не пожалела душевной теплоты после своих трех детей. Она мои душевные раны исцелила своей нежностью и лаской. Усыпляла меня в своих объятиях, пела, рассказывала сказки. Утром нежно будила, заплетала красивые косы, водила в детский сад. А потом впервые отдали учиться в первый класс. Мама по профессии педагог, по этому, по моему мнению, ей не сложно было понять душу детей. Она терпелива, никогда не кричит, а спокойно объясняет. Помогает учить уроки и следит за моими успехами в учебе. Искренне радуется моим маленьким победам. Мама учит меня тому, что знает сама. Будь то секреты рукоделия, садоводства, готовки – она все объясняет мне. Я всегда стараюсь быть похожей на маму.

Даже сейчас находясь на заслуженном отдыхе, мама участвует в общественных делах. Она ветеран труда и возглавляет в деревне жен. Совет. Мы любим и гордимся ею.

А папа Шамиль Шафикович до распада колхоза работал сварщиком, руководителем комсомольской организации, заведующим фермой, бригадиром, а также в течение 9 лет руководителем проф. Союза. Сейчас они в личном хозяйстве разводят много скота, и каких только не выращивают овощей, ягод и цветов. Смотря на них, я сама привыкаю работать и многому учусь.

Мама и папа воспитали достойных детей. Все они получили Высшее образование. Сестра Элиза живет со своей семьей в г. Белорецке, работает в муниципальном учреждении. Брат Айгиз тоже со своей семьей живет в Белорецке – работник полиции. Брат Айваз в этом году создал семью. Наша семья очень дружная. Всю работу мы делаем вместе, а отдыхаем весело.

Год тому назад в нашей семье появились мальчики Расих и Исмагил, которые остались без родителей. Сейчас Расих на втором курсе Белорецкого металлургического колледжа, Исмагил учится в седьмом классе, а я в девятом. Когда вырасту, я мечтаю, стать детским врачом, потому что очень хочу, чтобы все дети были здоровыми, счастливыми и с родителями. Дальнейшую жизнь я пройду красиво, честно и так чтобы родители за меня не краснели.

Оставить комментарий